Башҡортостан башлығын һайлау быйыл көҙ, 8 сентябрҙә үтә. Бөгөн Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары ошо туралағы закон проектын ҡабул итте. Ҡануни документ матбуғат баҫмаларында донъя күреү менән Республика башлығын һайлау буйынса кампания рәсми рәүештә башлана. Парламент ултырышында шулай уҡ ер мөнәсәбәттәрен көйләү, дәүләт наградалары һәм почетлы исемдәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар буйынса закон проекттары ҡаралды. Дәүләт Думаһына ҡануни башланғыстар ҡабул ителде. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.
Башҡортостан башлығын һайлау кампанияһына старт бирелде тип әйтергә мөмкин. Кандидаттарҙы сәйәси партиялар тәҡдим итә. Республика Конституцияһына ярашлы, 30 йәше тулған һәм илебеҙ биләмәһендә даими йәшәгән Рәсәй гражданы Башҡортостан башлығы итеп һайлана ала. Кандидаттың сит ил гражданлығы, йәшәүгә рөхсәт йәки сит илдә даими йәшәү хоҡуғын биргән башҡа документы булырға тейеш түгел.
Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайҙың һәр ултырышында ер мөнәсәбәттәре, ауыл хужалығы менән бәйле закон проекттары тикшерелә. Был тәбиғи, Башҡортостан халҡының 40 проценты ауыл ерендә йәшәй. Был юлы шәхси жужалыҡ алып барыу өсөн тәғәйенләнгән ерҙәрҙең майҙаны ҡаралды.
Көндәр йылыныу менән йылға-күл буйҙарында ял итеүселәр һаны арта. Был үҙ сиратында батып үлеүселәрҙең күбәйеүенә килтерә. Фажиғәле осраҡтарҙы кәметеү маҡсатында ҡотҡарыусыларға ла өҫтәмә вәкәләт биреү ҡарала.
Парламент ултырышында 6 тиҫтәгә яҡын ҡануни документ тикшерелде. Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары шулай уҡ Дәүләт Думаһына ҡануни башланғыстар менән сыҡты. Уларҙың береһе - фонограммалар буйынса.
Йәмәғәтселектә күп яҡлы бәхәстәр, шау-шыу тыуҙырған закон проекттарының береһе фонограмма менән бәйле. Ҡануни документҡа ярашлы, фонограмма ҡулланған йырсылар был хаҡта иғланға яҙырға тейеш. Мөйөшкә күҙгә эленмәҫлек бәләкәй генә хәрефтәр менән түгел, плакаттар өсөн яҙманың дәүмәле билдәләнә. Дөрөҫ мәғлүмәт бирелмәгән осраҡта, тамашасы билет өсөн түләнгән аҡсаны кире ҡайтара ала.
Рәмзиә Кәримова



