Башҡортостан «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй конкурсында еңеүсе төбәктәр араһында беренсе урында

Башҡортостан «Беренселәр хәрәкәте» Бөтә Рәсәй гранттар конкурсында еңеүсе төбәктәр араһында беренсе урында.

Хәрәкәт ойошторған конкурсҡа балалар һәм йәштәрҙе тәрбиәләү һәм үҫтереү, уларҙың потенциалын тормошҡа ашырыу өсөн иң ҡыҙыҡлы, көнүҙәк проекттар һайлап алынған.

Өфөлә конкурстың былтырғы һәм быйылғы еңеүселәре йыйылды. Башҡортостандан былтыр грантта ҡатнашырға 97 ғариза булһа, быйыл ул 387-гә еткән. 2023 йылда 20 проект, быйыл 32 проект еңеүселәр рәтендә. Конкурста республиканың мәғариф учреждениелары, мәктәптәр һәм колледждар, балалар баҡсалары, ойошмалар ҡатнашҡан. Федераль грант ярҙамында төбәккә 120 миллион һум аҡса йәлеп ителгән. Еңеүселәр Беренселәрҙең хәрәкәтенән генә түгел, төбәктән дә финанс ярҙамы аласаҡ. Аҡса балалар һәм өлкәндәр тәҡдим иткән башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға йүнәлтелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ