Өфөләге «Башҡортостан сәскәләре» торлаҡ комплексында балалар баҡсаһы төҙөлөшө башланды

Объектты 2025 йылдың йәйенә файҙаланыуға тапшырыу күҙаллана. Мәктәпкәсә учреждениеның дөйөм майҙаны 4 мең квадрат метр. Ике ҡатлы бинала уҡыу, йоҡо бүлмәләре, медицина, психолог һәм музыка кабинеттары, спорт залы, ашхана блогы буласаҡ.

Балалар баҡсаһы проекты республиканың Төҙөлөш һәм архитектура министрлығы тарафынан иң ҡулайлыһы тип табылған һәм киләсәктә ошондай уҡ объекттарҙы төҙөгән саҡта «Башҡортостан сәскәләре» проекты ҡулланыласаҡ. 180 урынға иҫәпләнгән мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы барлыҡ заман талаптарына яуап бирәсәк, тип вәғәҙәләй төҙөүселәр.

Быйыл Өфөлә өс балалар баҡсаһы төҙөлөшөнә старт бирелде. Улар «Ҡарағай» микрорайонында, Затон биҫтәһендә һәм бында - «Башҡортостан сәскәләре»ндә төҙөлә. Әлеге ваҡытта был микрорайонда 10 меңгә яҡын кеше йәшәй һәм социаль объект кәрәклеге көнүҙәк һорауға әйләнде. Балалар баҡсаһында бер юлы 8 төркөм эшләйәсәк.

Игорь Чернов, Өфө ҡала хакимиәтенең капиталь төҙөлөш идаралығы етәксеһе
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ