Өфөлә Башҡортостан Арбитраж судының яңы бинаһы асылды

Заманса талаптар буйынса төҙөлгән ете ҡатлы объектты асыу тантанаһында суд хеҙмәткәрҙәре, Рәсәй юғары судьяһы урынбаҫары Юрий Иваненко ҡатнашты. Зәки Вәлиди һәм Гоголь урамдары киҫелешендә урынлашҡан яңы суд бинаһында 36 зал ҡаралған. Арбитраж судтың беренсе ҡатында документтарҙы теркәү, ғаризаларҙы ҡабул итеү өсөн ете тәҙрә эшләйәсәк. Октябрь революцияһы урамындағы судтың иҫке бинаһында документтарҙы ҡабул итеү өсөн бер генә тәҙрә булған. Эш кабинеттары һәм суд ултырыштары залдарынан тыш, яңы бинала ашхана, конференция залы, архив бүлектәре бар.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ