Баймаҡ районының йәш һөнәр эйәләре «Йөрәгемде һөнәремә бирәм» конкурсында үҙ көсөн һынаны

Сәмле лә, ҡыҙыҡлы ла конкурс тураһында киләһе яҙмала.

Һөнәри конкурста Баймаҡ ҡалаһы һәм районының төрлө ойошма, учереждениеларында эшләп, хеҙмәт стажы бер йылдан кәм булмаған булған 20 йәштән алып 40 йәшкә тиклемге йәш белгестәр ҡатнаша ала. Быйыл 11 эшсе «Дефиле», «Сәләмләү», «Разминка», «Минең хобби», «Үҙ һөнәрем менән ғорурланам» тип исемләнгән бәйге төрҙәрендә үҙ-ара көс һынашты.

«Йөрәгемде һөнәремә бирәм» конкурсында ҡатнашыусылар ныҡлы әҙерлек менән килгән. Егет-ҡыҙҙарҙың һәр береһе алдынғылыҡҡа ынтылды. Уларҙы тамашасылар залында коллегалары ҡеүәтләне.

Быйыл Гран-приға һәм «Эшсе - 2024» исеменә ҡатын-ҡыҙҙар араһынан «Миләш» балалар баҡсаһынан физик культура буйынса инструкторы Анастасия Котышева, ир-егеттәрҙән Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының тормош хәүефһеҙлеге нигеҙҙәре уҡытыусыһы Инйәр Биктимеров лайыҡ булды. Конкурста ҡатнашыусыларҙың барыһына ла номинациялар, бағыусылар тарафынан әҙерләнгән иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.

Раушания Рәхимова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ