«Ватан һаҡсылары» фондының Башҡортостан филиалы асылыуға бер йыл тула

Бөгөн ойошманың йыллыҡ эше һөҙөмтәләре Өфөлә үткән матбуғат конференцияһында барланды. 40 социаль координаторҙан башланған фондта бөгөн 97 хеҙмәткәр иҫәпләнә.

Улар республиканың һәр муниципалитетында эшләп килә. Ошо осорҙа 45 меңдән ашыу мөрәжәғәт ҡабул ителеп, уларҙың 43 меңдән ашыуы хәл ителгән. Рәсәй төбәктәре араһында эшләп килгән филиалдар араһында Башҡортостан ойошмаһы эшмәкәрлеге алдынғылар иҫәбендә. Фонд етәксеһе Гөлнур Ҡолһарина билдәләүенсә, киләсәктә лә яугирҙарға һәм уларҙың ғаиләләренә ярҙам саралары буйынса эш дауам итәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ