“Юлдаш” радиоһы яугирҙәр өсөн алынған дронды оҙатты

Еңеү тылда сүкелә! Бөгөн “Юлдаш” радиоһы "Башҡортостан" мотоуҡсылар полкы яугире Рафиҡ Әхмәтшин өсөн алынған дронды оҙатты. Квадрокоптер алыу өсөн аҡса туплауҙа республика халҡы ҡатнашты. ”Ҡошсоҡтоң” яугирҙәребеҙгә файҙаһы тейһен”, - ти “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы асыҡ акционерҙар йәмғиәте генераль директоры урынбаҫары Тәнзилә Үлмәҫбаева.

“Юлдаш” радиоһы яугирҙәр өсөн алынған дронды оҙатты

Коллегабыҙ Рафиҡ Әхмәтшин алғы һыҙыҡта “Журналист” ҡушаматын йөрөтә. “Башҡортостан яугирҙәре ҡуйылған бурыстарҙы намыҫ менән үтәй”, - тине Башҡортостан Башлығының республика хәрбиҙәре менән бәйләнеш булдырыу буйынса кәңәшсеһе Алик Камалетдинов.

“Юлдаш” радиоһы яугирҙәр өсөн алынған дронды оҙатты

Пилотһыҙ осҡостар алғы һыҙыҡта ҙур әһәмиәткә эйә. Улар разведка алып барырға, яралылырҙың урынын билдәләргә ярҙам итә.

Фото №1 - “Юлдаш” радиоһы яугирҙәр өсөн алынған дронды оҙатты
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ