Мәҫәлән, Илеш районының "Урожай" хужалығы тәүгеләрҙән булып сенаж һалыуға тотондо. Ауыл хужалығы өсөн был мөһим этапты уңышлы атҡарып сығыу өсөн техниканың етерлек һәм төҙөк булыуы шарт. Был йәһәттән "Башсельхозтехника" йәмғиәте хужалыҡтарға ярҙам күрһәтеүен дауам итә. Бында бөгөн техниканы йүнәтеү һәм хеҙмәтләндереү генә түгел, ҡулланылышта булған мал аҙығы әҙерләү техникаһын осһоҙлата һатып алырға ла мөмкин.




