Стәрлетамаҡ районында граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса күсмә ҡабул итеү ойошторолдо

Стәрлетамаҡ районында Республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса граждандарҙы шәхси мәсьәләләр буйынса күсмә ҡабул итеү ойошторолдо.

Сара төрлө министрлыҡ-ведомство етәкселәре, вәкилдәре ҡатнашлығында уҙҙы. Халыҡты ҡабул итеү барышында 80-гә яҡын кеше пенсия тәьминәте, төрлө социаль түләүҙәр, инвалидлыҡты рәсмиләштереү, маҡсатлы программалар буйынса торлаҡ шарттарын яҡшыртыу, юл төҙөлөшө, таҙартыу ҡоролмалары, һыу тәьминәте мәсьәләләре, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф мәсьәләләренә ҡағылған һорауҙар менән мөрәжәғәт итте.

Шәхси ҡабул итеү йомғаҡтары буйынса Стәрлетамаҡ районы халҡы билдәләгән мәсьәләләрҙе хәл итеү буйынса йөкләмә, тәҡдимдәр индерелде. Һәр мөрәжәғәткә ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы аңлатма бирелде. Күсмә ҡабул итеү форматы республика етәкселегенә халыҡтың йәшәйешен үҙ күҙҙәре менән күрергә ярҙам итә. Бынан тыш, бындай практика власть менән халыҡ араһында бәйләнеште нығыта, төбәккә ҡағылышлы көнүҙәк мәсьәләләрҙе оператив хәл итеү мөмкинлеген бирә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ