Рәсәй Эске эштәр министры Стәрлетамаҡтан Аслан Ҡәләмовты Почет грамотаһы менән бүләкләне

Рәсәй Эске эштәр министры Владимир Колокольцев Стәрлетамаҡтан Аслан Ҡәләмовты ведомствоның Почет грамотаһы менән бүләкләне. Үҫмергә ҡиммәтле бүләк тә тапшырылды. Илдең йәш геройҙарын бүләкләү тантанаһы онлайн-режимда үткән. Рәсәй Эске эштәр министрлығы етәксеһе балаларға рәхмәт әйтеп, уларҙың күрһәткән ҡыйыулығын юғары баһаланы.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл 5 февралдә 11 йәшлек Аслан Ҡәләмов беренсе класта уҡыған һеңлеһе менән дәрестән ҡайтып барғанда арттарынан килгән балаклава кейгән ир ҡыҙ баланы урларға маташа. Әммә Аслан быға юл ҡуймай, һеңлеһен уҫал ниәтле ирҙән тартып алып, ярҙамға саҡыра башлай. Енәйәтсе ҡаса, әммә күп тә үтмәй ҡулға алына.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ