Сергеевка ауылында ҡырағай хайуандарҙың күренеүе ғәҙәти күренеш. Сөнки уларҙы үҙ участкаһында бер ғаилә үрсетә. Тик ҡабандар аҙбарға күнекмәгән, улар йыш ҡына башҡаларҙың баҡсаһына үтеп инә. Ҡырағай хайуандар урындағы халыҡты инде ун йыллап ошолай ҡурҡыуҙа тота. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.
Был күренеш күптәрҙә һоҡланыу уятыр ине, әммә Сергеевка халҡын түгел. Сөнки, улар ҡабандарҙы урамдан бигерәк, баҡсаларҙа йыш күрә. Һәм быға күнегеп тә булмай.
Рәзифә Сөләймәнова ҡабандарҙың даими һөжүменән тамам арыған. Кәртә-ҡураны рәткә килтереү ҙә һөҙөмтә бирмәй. Сөнки, уларҙан һуң ҡоймалар ҡабат емерелә. Ҡырағай хайуандар баҡсалағы бер түтәлде лә имен ҡалдырмай.
Ҡабандар ауылға урмандан сыҡмаған. Улар үҙҙәре лә, әйтерһең дә, урындағы. Инде нисәнсе йыл уларҙы үҙ участкаһында бер ҡатын үрсетә.
Ҡатын бөгөнгә тиклем тибет мастифтарының тоҡомло эттәрен үрсеткән. Ҡабандар иһә дүрт аяҡлы дуҫтарына ит өсөн аҫрала. Сиктәр ябылғандан һуң, ғаилә бизнесты туҡтатырға мәжбүр була. Эшҡыуар әйтеүенсә, эттәрҙе ул башҡаса үрсетмәне. Ҡалғандары үҙ ғүмере менән йәшәй. Урынлаштырырға урын да юҡ.
Хужалар әйтеүенсә, хайуандар ҡайһы берҙә кәртә-ҡурала ҡала алмай, шуға ла йыш ҡына ситкә сыға. Ә халыҡ өсөн ул өҫтәмә зыян ғына.
Ауыл советынан әйтеүҙәренсә, уларҙың көсөндә һәм вәкәләттәрендә - ҡабан хужаларына штраф яҙыу. Әммә, был ғына эште туҡтатмай. Әлегә тиклем ҡырағай хайуандарҙың кешегә һөжүм итеүе теркәлмәгән. Ауылдаштарға ул да барыбер тынғы бирмәй. Йылдарға һуҙылған проблемаға бәйле, урындағы халыҡ арбалет алырға мәжбүр, бынан ары, баҡса буйлап йөрөгән хайуандарға улар һунар башларға әҙер.
Азат Ғәлиуллин






