Өфөнөң «Торатау» конгресс холында баш ҡала башҡорттары ҡоролтайы үтте

Сарала башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды, киләсәккә бурыстар билдәләнде, яңы рәйес һайланды. Ҡоролтай эшендә Башҡортостан башлығы хакимиәте етәксеһенең беренсе урынбаҫары Азат Бадранов ҡатнашты.

Өфө башҡорттары ҡоролтайы иң йәш ойошмаларҙың береһе, 5 йыл ғына эшләп килә. Шуға ҡарамаҫтан ул баш ҡала башҡорттарын берләштереүсе, яңы башланғыстарға нигеҙ һалыусы, йәш быуында милли-мәҙәни хазиналарыбыҙға һөйөү тәрбиәләүсе үҙәк булып тора. Өфө башҡорттары ҡоролтайы бөгөнгө йыйынға ла ныҡлы әҙерләнгән, фойела милли мәктәптәрҙең күргәҙмәһе ойошторолған, экспозициялар ҡуйылған. Әлеге ваҡытта баш ҡалала 8 башҡорт мәктәбе эшләп килә. Белем усаҡтары Өфөнөң төрлө райондарында урынлашҡан, мәғариф учреждениелары төрлө йүнәлештәрҙе үҙләштерә.

Өфө башҡорттары ҡоролтайы ултырышында башҡарылған эштәргә йомғаҡ яһалды. Ойошма телде, йолаларҙы, миили ҡиммәттәрҙе һаҡлау, популярлаштырыу буйынса әүҙем эш алып бара. Киләсәктә эшмәкәрлекте тағы ла киңәйтеү, ойошма эшенә күберәк милләттәштәребеҙҙе йәлеп итеү бурысы тора. Ултырышта шулай уҡ быйыл ноябрҙә Өфөлә уҙасаҡ 6-сы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына делегаттар һайланды. Сарала ҡатнашыусылар яңы рәйес тә һайланы. Баш ҡала башҡорттары ҡоролтайын хәҙер Өфө күп профилле колледжы директоры, Салауат Юлаев ордены кавалеры Сынтимер Баязитов етәкләйәсәк.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ