Яҙҙың һуңғы көнөндә республика мәктәптәрендә 11-се класс уҡыусылары икенсе мотлаҡ предмет - математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханын тапшырҙы. Рус теленән айырмалы рәүештә, бында төп йәки профилле кимәлде һайлау мөмкинлеге бар. Беренсеһе - аттестат алыу өсөн, икенсеһе - юғары уҡыу йортона ингәндә математика кәрәк булһа.
Сәғәт иртәнге туғыҙ тулмаҫ элек үк Өфөнөң Дим районындағы 161 -лицей алды ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтә. Бында Дим биҫтәһендәге туғыҙ мәктәптән, шул иҫәптән 2-се Смарт полилингваль гимназияһынан бөтәһе 320 уҡыусы һынау тота.
Уҡыусылар «тикшереү иләге» аша үткәндән һуң кабинетҡа инә. Гаджеттар, артыҡ нәмәләр алып инеү тыйылғанын һәр кем белә һәм был ҡағиҙәне боҙоусылар юҡ. База математикаһы имтиханы 3 сәғәт бара. Имтихан эшендә 21 мәсьәлә.Профилле математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы 4 сәғәткә яҡын дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә 19 мәсьәләне эшләргә кәрәк.
Бүлмәләрҙә видеокүҙәтеү эшләй. Лицейҙың 18 кабинеты ла экранда ус төбөндәге кеүек асыҡ күренеп тора. Бынан тыш имтихан барышын йәмәғәт күҙәтеүселәре тикшерә. Был эшкә юғары уҡыу йорто студенттары ла йәлеп ителгән.
Профилле математика буйынса минималь балл - 27. База математикаһы биш баллы шкала буйынса баһалана. Аттестат алыу өсөн кәм тигәндә өс балл йыйырға кәрәк.
Уҡыусылар юғары балға биреүҙәренә ышаныс белдерә, улар мәктәптән һуң инәсәк юғары уҡыу йорттары һәм һайлаясаҡ һөнәрен күптән билдәләгән.
Берҙәм дәүләт имтиханын ойоштороуҙа быйылғы бер үҙенсәлек бар- ул һынау тамамланғас документтар штабҡа сығарылмай, кабинеттың үҙендә скан аша үткәрелеп тикшереүгә ебәрелә.
База кимәлендәге математика буйынса имтихан һөҙөмтәләрен 14 июнгә ,профилле кимәлдәгеһе 17 июнгә тиклем билдәле була.
Рәмилә Исмәғилева



