Бәйгелә Волга буйы федераль округынан 400-гә яҡын ғаилә командалары ҡатнаша, уларҙың 53-ө Башҡортостандан. Бәйгенең дистанцион этабы былтыр сентябрҙә старт алғайны, уның һөҙөмтәләре буйынса интеллектуаль, ижади эштәрҙе уңышлы үтәгән ғаиләләр билдәләнә. Ошондай ярымфинал Рәсәйҙең башҡа округтарында ла уҙғарылды, әлегеһе - һуңғы һайлап алыу майҙансығы.
Ғаилә конкурсы коммерция булмаған «Рәсәй - мөмкинлектәр иле» ойошмаһы тарафынан ойошторола. Волга буйы федераль округының иң яҡшы ғаилә командалары 2 июндә билдәләнә. Улар быйыл июлдә Мәскәүҙә үтәсәк финалға саҡырыу аласаҡ, унда барлыҡ округтарҙан дөйөм алғанда, 300 ғаиләгә ҡатнашыу хоҡуғы бирелә. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса 30 еңеүсегә бишәр миллион һумлыҡ торлаҡ сертификаттары тапшырыла. Шулай уҡ финалистарға ғаилә менән сәйәхәткә путевкалар ҡаралған






