Өфөлә «Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» Бөтә Рәсәй конференцияһының төбәк этабы үтте

«Мәғариф» милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырылған сара быйыл 11-се тапҡыр үткәрелә һәм уны уҙғарыу урыны итеп Вуз-ара кампус майҙансығы һайланған. Иң яҡшы фәнни-техник идеяларҙы тәҡдим иткән уҡыусылар көҙгә Мәскәүҙә эштәрен яҡлаясаҡ. Йәш уйлап табыусылар менән БЮТ хәбәрсеһе Әлфинә Килдейәрова аралашты.

Аҡыллы йорт проектын Сибайҙан Байрас тәҡдим итә. Үҫмер өс ҡатлы бина прототибын ярты йыл тирәһе эшләгән. Әле ул ябай портатив заряд ҡоролмаһы ярҙамында эшләй. Бындай өй әлеге булған аҡыллы йорттарҙан күпкә уңайлыраҡ һәм арзан, ти ул.

«Йәш техниктар һәм уйлап табыусылар» конференцияһында быйыл яңы йүнәлештәр ҙә бар. Уларҙың береһе махсус хәрби операцияға бағышланған. «Рәсәй һағында» номинацияһы Оборона министрлығының Инновация үҫеше буйынса баш идаралығы менән берлектә булдырылған. Был йүнәлештә еңеүсе исеменән Республика балалар технопаркы тәрбиәләнеүселәре лә көрәшә, улар мина эҙләүсе ҡоролма һәм алғы һыҙыҡта алыш алып барыусы робот уйлап тапҡан.

Өфөләге Вуз-ара кампус базаһында үткәрелгән конференцияла инженерлыҡ өлкәһендәге прототиптар ғына түгел, ғилми эштәр ҙә тәҡдим ителде. Һигеҙ номинация төрлө тармаҡтарҙы - медицина, космос, ауыл хужалығы, киләсәк транспорт технологиялары, тимер юлы, ирекмәнлек һәм экологик мәсьәләләрҙе үҙ эсенә ала. Һәр бала жюри ағзаларына проекттың отошло булыуын иҫбатларға тейеш. Бынан тыш, проектҡа эре тармаҡ предприятиелары ла ҡушылған. Улар мәктәп уҡыусылары өсөн күнекмәләр уйлап таба.

Быйыл да еңеүселәр уҡытыусылары менән бергә Дәүләт Думаһына барып, үҙ проекттарын яҡлаясаҡ. Конференцияның һайлап алыу этаптары тотош Рәсәй буйынса үтә, шуға күрә Мәскәүҙә көнәркәшлек күпкә юғарыраҡ буласаҡ.

Әлфинә Килдейәрова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ