Баш ҡалала велосипедсылар байрамында урамдар ябыла

«1 мең велосипедсы көнө» 2 июндә ойошторола. Быға бәйле Зәки Вәлиди, Мәжит Ғафури, Пушкин, Цюрупа, Октябрҙың 50 йыллығы урамдарының, Октябрь проспектының бер өлөшөндә транспорт хәрәкәте сикләнә.

Ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, маршрут автобустары хәрәкәте схемаһы ла үҙгәрә. Урындағы властар ҡала халҡына һәм ҡунаҡтарына индерелгән сикләүҙәрҙе аңлап ҡабул итеүҙе, шәхси автотранспорт өсөн башҡа парковка урындарын һайлауҙы һәм маршрутты алдан планлаштырыуҙы һорап мөрәжәғәт итә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ