Биләмәнең 3-сө зонаһында «Эко-Сити»төбәк операторы эшләй. Төбәк министрлыҡтары етәкселәре, муниципалитет башлыҡтары, депутаттар һәм йәмәғәтселәр улар эшмәкәрлеге менән танышты.
Башта ҡунаҡтарға «ҡалдыҡтар менән идара «системаһының махсус техника хәрәкәтен контролдә тотоу, ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтарын сығарыу буйынса бурыстарҙы фотофиксациялау һәм үтәү мөмкинлектәре күрһәтелде. Бынан тыш, ҡалдыҡтар массаһын контролдә тотоу һәм иҫәпкә алыу системаһының үҙенсәлекле эше лә аңлатылды. Делегациялар сүп-сарҙы сорттарға айырыу һәм уны эшкәртеүҙең төп этаптары менән дә танышты.






