Миниципаль конкурста 7 пар эшһөйәрлектә, бала тәрбиләүҙә, йолаларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәүҙә һынау тотто. Был турала киләһе яҙмала.
Әүҙем һәм берҙәм ғаиләләрҙең муниципаль ярышы Аҡьяр ауылының «Йәйғор» балалар баҡсаһында уҙҙы. Сәмле конкурста Аҡъяр, Бүребай, Маҡан, Татыр-Үҙәк, Степной ауылдарының өлгөлө ғаиләре ҡатнашты. Ғаилә - һәр кеше өсөн һыйыныр урын, йылы оя. Тап ата-әсә йортонда шәхестең доньяға ҡарашы формалаша, туған телгә, тарихҡа, мәҙәниәткә, Ватанға һөйөү һалына.
Ҡоҙашевтар - Степной ауылының әүҙем ғаиләләренең береһе. Улар 7 балаға ғүмер биргән. Альбина һәм Йәмил Ҡоҙашевтар балаларын милли рухта тәрбиәләй, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, йолаларҙы өйрәтә.
Ғаиләләр ярышы 4 этапта уҙҙы. Һәр ғаилә ирешелгән уңыштары менән таныштырҙы, шөғөлдәрен күрһәтте. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың күргәҙмәгә ҡуйылған ҡул эштәренән күҙҙәр ҡамаша. Милли аш-һыу төрлөлөгөн булдырыуҙа ла өлгөр хужабикәләр ҙур тырышлыҡ һалған.
Бәхетле, татыу, мөхәбәтле ғаиләлә шатлыҡтан балаларҙың күҙҙәре балҡый, бөтә ауырлыҡтар ҡул менән һыпырып алғандай онотола.
Ғаилә абруйын күтәргән мәртәбәле конкурста Нурдәүләтовтар икенсе, Миңлешевтар өсөнсө урын яуланы. «Шәп ғаилә» конкурсының абсолют еңеүсеһе тип Степной ауылынан Ҡоҙашевтар ғаиләһе билдәләнде.
Гүзәл Борханова






