Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан реабилитация үткән малай-ҡыҙҙарға байрам ойоштороло

Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан «Изгелек ҡыл» йәмәғәт ойошмаһы ағзалары дауаханала реабилитация үткән малай-ҡыҙҙарға байрам ойошторҙо. Балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгендә дауаланған пациенттарға уйынсыҡтар, конструкторҙар, китаптар һәм мебель бүләк ителде.

Активистар дауахананың ике ҡатында уйын майҙансығын йыһазландырып реабилитация үткән кескәйҙәрҙе тамаша менән ҡыуандырҙы. Өфөлә балалар психоневрология һәм эпилептология үҙәгендә бер юлы йөҙҙән ашыу пациент ребаилатция үтә. Республика район-ҡалаларынан йыйылған балаларға ике аҙна дауамында күп яҡлы медицина ярҙамы күрһәтелә.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ