Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрында «Гәлсәр йондоҙсоҡтар» Бөтә Рәсәй конкурсының төбәк этабы финалы уҙҙы. Федераль суд приставтары хеҙмәте тарафынан ойошторолған ярыш йыл һайын һәләтле балаларҙы берләштерә. Унда 7 йәштән 18 йәшкә тиклемге малай-ҡыҙҙар өс номинацияла һынау тотто.
Ғәҙәттәгесә, конкурс дәүләт, хоҡуҡ һаҡлау органдары һәм көс структуралары хеҙмәткәрҙәренең балалары араһында үткәрелә. Бындай сара үҫеп килгән быуында илһөйәрлек һәм гражданлыҡ яуаплылығы тойғоһон тәрбиәләй, шулай уҡ ғаилә ҡиммәттәрен нығыта, тигән фекерҙә ойоштороусылар.
Өфөнөң Локотки ауылында ла Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау һәм йәйҙең тәүге көнө билдәләнде. Бында кескәйҙәр һәм үҫмерҙәр өсөн һабантуй үтте. Уны республиканың судьялар советы ойошторҙо. Шуға күрә ҡунаҡтар араһында урындағы халыҡ ҡына түгел, Башҡортостандың барлыҡ райондарынан килгән Фемида вәкилдәре лә булды. Балалар өсөн күңелле старт, футбол уйындары уҙғарылды, бер кем дә бүләкһеҙ ҡалманы.






