«Фабрика» универмагының беренсе ҡатында «Кубус» архитектура мәктәбе тәрбиәләнеүселәренең проекттары ҡуйылған. Ижади эштәр милли мотивтарға арналған. 100-гә яҡын ижади композиция - балалар һәм үҫмерҙәрҙең йыллыҡ уҡыу һөҙөмтәһе. «Кубус» архитектура мәктәбе Өфө дәүләт нефть техник университетының архитектура-төҙөлөш институтына ҡарай. Күргәҙмә 10 июнгә тиклем эшләй.



