Үҙәк үҙ юбилейын пациенттары менән бергә билдәләне һәм етеп килгән Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө уңайынан байрам ойошторҙо. Сарала 200-ҙән ашыу бала һәм уларҙың ата-әсәләре ҡатнашты. Ҡыҙҙарҙы бәйләү, мәрйен үреүгә өйрәтһәләр, малайҙар батутта һикерҙе. Бынан тыш, төрлө күңел асыу майҙансыҡтары эшләне, концерт программаһы күрһәтелде. Ойоштороусылар балаларҙы татлы бүләктәр менән һыйлай.
20 йыл эсендә реабилитация үҙәгендә 60 меңдән ашыу бала дауаланыу үткән. Эш бер нисә йүнәлеш буйынса алып барыла: медицина-социаль реабилитация, телмәрҙе һәм хәрәкәт итеү системаһын тергеҙеү, психологик-педагогик ярҙам күрһәтелә. Бында төрлө диагноз ҡуйылған бәләкәй пациенттарҙы ҡабул итәләр. Уларҙың һәр береһе шәхси дауаланыу программаһын үтә. Уҙған йылдан алып Волга буйы федераль округының «Менталь һаулыҡ» проекты сиктәрендә табиптар аутизм спектры боҙолған балаларҙы ҡабул итә башлаған.






