Урындағы депуттар һәм ауыл биләмәләре етәкселәре уҙған биш йыл һөҙөмтәләрен барлап киләсәккә маҡсаттар билдәләне. Шишмә районы башҡорттары тәҡдиме буйынса ирҙәр ҡорон һайлау, башҡорт йәштәре советын ойоштороу мәсьәләләре тикшерелде
Бынан тыш, районда алтаҡталарҙы дөрөҫ яҙыу буйынса эш алып барыу комиссияһын төҙөргә килешелде. Шулай уҡ фекер алышыуҙа айыҡ ауыл конкурсының муниципаль этабында ҡатнашыу, башҡорт ғаиләләре менән түңәрәк өҫтәл үткәреү һорауҙары, Евразия күсмә халыҡтар музейы менән бәйле эшмәкәрлекте ойоштороу юлдары ҡаралды.






