Баймаҡ ҡалаһынан эшҡыуар социаль контракт ярҙамында үҙ эшен асыҡан

Социаль контракт нигеҙендә адреслы ярҙам күптәргә үҙ эшен асырға ярҙам итә. Программа Баймаҡ ҡалаһы һәм районында ла уңышлы эшләй. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Баймаҡ ҡалаһынан Гүзәл Дәүләтбаева 2023 йылдың март айында мәшғүллек үҙәге аша адреслы социаль ярҙам ала һәм аяҡ, тырнаҡтарҙы дауалаусы булараҡ үҙ эшен аса. Профилле белгес программаға ярашлы тапшырылған 350 мең һум аҡсаға эшкә ноутбук һатып алған, шулай уҡ подология буйынса клиенттарға сифатлы хеҙмәт күрһәтеү өсөн сит ил аппаратына заказ биргән.

Социаль контракт нигеҙендә адреслы социаль ярҙамды алыу өсөн үҙ эшен асырға теләүселәр ғариза яҙырға, бизнес-план төҙөргә, талап ителгән башҡа документтарҙы йыйырға бурыслы. Адреслы ярҙам бер тапҡыр ғына бирелә һәм уның суммаһы эшмәкәрлек өсөн сығымдар сметаһына ярашлы билдәләнә. Аҡсаны ҡорамалдар алыуға, эш урындары булдырыу, уларҙы йыһазландырыуға тотонорға мөмкин.

Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ өлкәһендә мәшғүлдәрҙең һанын, шәхси эшҡыуарҙарҙы арттырыуҙы маҡсат иткән программала ҡатнашыу шарттары менән Республика халыҡҡа социаль ярҙам, Мәшғүллек үҙәге филиалдарында танышырға мөмкин.

Альбина Байегетова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ