Сараға 26 меңдән ашыу велотранспорт һөйөүсе йыйылды. Ғәҙәттәгесә велоуҙыш Ленин исемендәге майҙанда старт алды, артабан уның маршруты ҡаланың үҙәк урамдары буйлап үтте һәм «Торатау» конгресс-холында тамамланды.
13 йыл эсендә «1000 велосипедсы көнө» ҙур булмаған саранан тиҫтәләрсә мең кешене берләштергән ҙур фестивалгә әүерелде. Быйыл, традицион велопарадтан тыш, ойоштороусылар икенсе тапҡыр рәттән 16 һәм 50 километрға профессиональ уҙыш үткәрҙе. Унда беҙҙең данлыҡлы паралимпиясылар Александр Давидович һәм Ирек Зарипов та ҡатнашты. Юлдың бер өлөшөн велосипедсылар симфоник оркестр аккомпанементы аҫтында үтте.



