Өфөлә «Мин башҡортса һөйләшәм» фестивале уҙҙы

Өфөлә телебеҙҙе һаҡлауға һәм үҫтереүгә йүнәлтелгән Башҡорт теленең ғаилә фестивале үтте. Арт-квадрат майҙансығында көн дауамында барған сарала төрлө быуын вәкилдәре оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты, музыка һәм шиғриәт зоналарында сығыш яһаны. Ошонда уҡ милли уйындарҙа ҡатнашыу, башҡорт телен өйрәнеү өсөн дидактик материалдар һайлау ҙа мөмкин ине. Фестиваль республиканың билдәле башҡарыусыларының концерты менән тамамланды. Тулыраҡ киләһе яҙмала.

Арт-квадрат майҙансығы халыҡ менән тулы. Быға ошо уҡ көндө ҡаланың башҡа урындарында илдең билдәле артистары ҡатнашлығында ҙур фестивалдең үтеүе лә йоғонто яһамаған. Тамашасы Башҡортостан артистары сығышын һайлауҙы хуп күргән.

Сәхнә түрен халыҡ һөйөүен яулаған билдәле артистар менән бергә, һәүәҫкәр башҡарыусылар ҙа биҙәне. Уларҙың йырҙарын бөгөн йәштәрҙең кеҫә телефонында ғына түгел, радио тулҡындары аша ла йыш ишетергә мөмкин.

Бер нисә көндән, айҙан ғына аңлашыла. Фестиваль булды бит әле тип. Ә фестиваль ваҡытында тулҡынланғанға тойоп өлгөрмәйһең.

Тимур Ямалов, йырсы

Был минең өсөн үҙем ойоштороусы ролендә булған беренсе фестиваль. Һәр ваҡыт ҡыйын, белмәйһең кеше киләме юҡмы, шуға күрә кешегә ҡарап ҡыуанабыҙ.

Ринат Ниғмәтуллин, йырсы

Тамашасылар ҙа концерттан ҡәнәғәт ҡалды. Өҫтәүенә, быйылғы фестиваль күләмлелеге менән айырылып торҙо.

Минең өсөн был бик яҡшы фестиваль. Өфө ҡалаһында икенсегә үткәрелә. Бик яҡшы майҙан, балалар өсөн мастер-класс ойошторолдо. Шундай матур сәхнә, яҡшы тауыш һәм альтернатив музыканттар бөгөн, халыҡ матур итеп ҡаршы ала. Минеңсә, ошондай фестивалдәр булып торһон.

Илшат Абдуллин, «Бүреләр» төркөмө солисы

Фестиваль Башҡортостан башлығы грантына «Сәсәндәр үҙәге» һәм «Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү» ойошмаһы тарафынан ойошторолдо.

Әлбиттә йыл һайын ошондай масштаблы фестиваль ойошторорға кәрәк тип уйлайым. Икенсе йыл, бәлки ике көн форматында. Һәм уны икенсе ҡалаларҙа ла ойошторорға кәрәк. Ә бөгөн Башҡортостандың баш ҡалаһының ҡап уртаһында ошолай матур башҡорт телендә һөйләшеп сара - үткәреүе ҙур уңыш.

Гөлназ Йосопова, Башҡорт телен һаҡлау һәм үҫтереү фонды директоры
Выборы 2026

Сараны ойоштороусылар йәш башҡарыусылар ижадын таратыу, заман йыр сәнғәтенә ҡыҙыҡһыныуҙы арттырыу маҡсаты ҡуйған. Фестивалдә ҡатнашыусылар туған телдә аралашыуҙың ни тиклем рух күтәренкелеге биреүен үҙ миҫалында иҫбатланы.

Азат Ғәлиуллин

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ