Урындағы халыҡты күсереү проекты өс йүнәлештә алып барыла. Аҡъярҙан яңы фатир, аҡсалата компенсация йәки әлеге ауылдан ике-өс саҡрым алыҫлыҡтан яңы урынға күсеү мөмкинлеге тәҡдим ителә. Әйткәндәй, бөгөн район үҙәгендә күп ҡатлы дүрт йорт төҙөлөшө башланған. Ул йәмғеһе 144 ғаиләне һыйҙырасаҡ. Тулыраҡ киләһе яҙмала.
Хазина Разаева тамырҙары менән Подольск ауылынан. Хәйбулла районында тыуып-үҫкән замандашыбыҙ йәш сағында эш артынан Краснодар крайына юллана. Һәм хаҡлы ялға сыҡҡас тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Бөгөн баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерә, мал-тыуары ла ишле. Подольск ауылын күсереү мәсьәләһенә Хазина Шәрәфетдин ҡыҙы тыныс ҡарай. Сөнки һорау уҙған быуат урталарынан бирле күтәрелә. Шуға ла ул тәҡдимде аңлап ҡабул итә.
Шәхси йортҡа күсереү - баҡыр сығарыу компанияһы тәҡдим иткән өс йүнәлештең береһе. Подольскиҙан алыҫ түгел ерҙә яңы ҡасаба төҙөләсәк. Участка һайланған, генпландың яҡын арала әҙер булыуы билдәләнә. Белгестәр бөгөн проект эштәрен алып бара.
Әммә был вариант барыһын да ҡәнәғәтләндермәй. Кемдер буласаҡ ҡасабаның урыны менән килешмәһә, бәғзеләр ҡуйылған хаҡҡа риза түгел.
«Башҡорт баҡыр» компанияһы Подольскиҙа йәшәүселәр менән тығыҙ бәйләнештә булыуын билдәләй. Шуға ла урындағы халыҡтың һорауҙары иҫәпкә алынып башҡарыла.
Бөгөн Подольскиҙың ике ҡатлы йорт фатирҙарының күбеһе буш. Тиҫтәнән ашыуы «Башҡорт баҡыр» предприятиеһы ҡарамағында.
Бөгөн «Башҡорт баҡыр» компанияһы Подольск ауылының 84-е йорт-фатир хужалары менән килешеү төҙөгән. Улар тейешле сумманы алып, ауылдан күсеүҙәре лә мәғлүм. Ниндәй Йорт, ер участкаларының предприятие ҡарамағында ҡалыуын ҡапҡаларға беркетелгән ошондай ҡыҙыл алтаҡталарға ҡарап билдәләргә мөмкин.
Урындағы халыҡты күсереү, ғөмүмән, өс йүнәлештә тәҡдим ителә. Подольскиҙан алыҫ түгел ерҙән яңы йорт, аҡса һәм район үҙәгенән күп бүлмәле фатир. Һуңғыһы, аҙна-ун көн элек төҙөлә башлаған. Дүрт ҡатлы торлаҡ заманса уңайлыҡтар менән, хатта ҡала халҡы көнләшерлек булмаҡсы.
Проект планы буйынса күп ҡатлы йорт 2025 йыл аҙағына файҙаланыуға тапшырылыр тип көтөлә. Йәмғеһе 144 фатир ҡаралған. Улар ҡәҙимге майҙандан бер-нисә тапҡырға айырыла. Ә инде Подольск 2 ауылының төҙөлөшө 2026 йылға билдәләнгән. Быға тиклем, эш йыл аҙағында проектлаусы тарафынан ҡаралыр тип көтөлә. Ә шул арала район үҙәгендә Подольскиҙың күсеүе тураһындағы яңылыҡ баҙар хаҡтары ла үҙгәрештәр индермәй ҡалманы. Рәмил Ишмөхәмәтов Аҡъярҙан ваҡытында йорт һатып алып өлгөрә. Уның менән компания аҡсалата иҫәпләшкән.
Әйткәндәй, интернетҡа ҡуйылған иғландарҙың береһендә милексе йортон, ер участкаһы менән бергә 26 миллион һумға билдәләгән. Был хатта, урындағы халыҡты ла аптырыуға һалды. Күсемһеҙ милек белгестәре, баһалауға субъектив ҡарау яҡлы. Йә иһә, был осраҡта төрлө факторҙар иҫәпкә алынырға тейеш.
Подольск ятҡылығы Рәсәй кимәлендәге күләмле инвестиция проекты. Әлеге ваҡытта урындағы компанияла Хәйбулла районынан йөҙҙәрсә кеше эшләй. Киләсәктә яңы ятҡылыҡ асылыуға тағы ла ике меңләп эш урыны барлыҡҡа килеүе ихтимал. Подольскиҙы күсереү һорауы, ғөмүмән, 80-се йылдарҙан күтәрелә. Халыҡ та быға күптән әҙер. Тик улар бар йыйған мөлкәтте ҡалдырып, яңыса тормош башлауға борсола. Тәҡдим ителгән вариантты билдәләү һәм килешеү төҙөүгә ваҡыт бар. Был мәсьәләне 2030 йылға тиклем тамамларға ниәтләйҙәр.
Азат Ғәлиуллин






