Башҡортостанда үҫеп килгән быуындың сәләмәтлеге һағында Республика балалар клиник дауаханаһы тора. Ул илдең иң көслө медицина учреждениеларның береһе. Үткән йылда бында дауаханала балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге лә эш башланы. Шул уҡ ваҡыта дауахананың матди-техник базаһы ла нығытыла. Медицина учреждениеһындағы шарттар менә БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова танышты.
Балаларҙың аяҡ-ҡулдары бинт менән бәйләнеүгә ҡарап ҡына был видеоның дауаханала төшөрөлгәнен төҫмөрләргә мөмкин. Ҡалғаны ҡәҙимге уйын залындағы һымаҡ. Сағыу, мауыҡтырғыс уйынсыҡтар укол-капельницаларҙан алған ауыртыуҙы баҫырға ярҙам итә. Әлбиттә табиптар ҙа кескәйҙәрҙең кәйефен күтәреү өсөн күп көс һала. Сөнки кешене дарыу ғына түгел, йылы һүҙ ҙә, яҡты йөҙ ҙә дауалау, ти ата-Әсәләр. Гөлниса Абдрахманова Стәрлетамаҡтан, дауаханала 5 йәшлек ейәне менән ята. Дауалау ҙа, мөнәсәбәт тә яҡшы, ти ул.
Республика балалар клиник дауаханаһы Башҡортостандың иң ҙур медицина учреждениеларының береһе. Бында бер юлы 700-ҙән ашыу бала дауалау курсы үтә ала. Табиптар йыл һайын 7 мең операция уҙғара. Уларҙың күбеһен ҡатмарлы һәм уникаль әмәлиәттәргә индерергә мөмкин. Былтыр дауаханала балалар онкологияһы һәм гематология үҙәге асылыуы мөмкинлектәрҙе тағы ла киңәйткән. Бында пациенттар тәүлек әйләнәһенә мөрәжәғәт итә ала.
Дауаханаға туранан-тура үҙҙәре мөрәжәғәт итеүселәр ҙә, балалар поликлиникаһынан йүнәлтмә алып килеүселәр ҙә, тиҙ ярҙам машинаһы йәки санитар авиация менән эләгеүселәр ҙә бар. Санитар авиация тигәндә вертолеттар ғына түгел, тулыһынса йыһазландырылған реанимобилдәр ҙә күҙ уңында тотола.
Санитар авиация автомобилдәрен күсмә реанимация тип атарға мөмкин. Уның эсендә бала ғүмерен ҡотҡарыу өсөн тәғәйенләнгән медицина ҡорамалдары бар. Мәҫәлән, ошо аппарат ярҙамында яһалма тын алдырырға мөмкин. Ә был инфузия насосы менән дарыуҙары кәрәкле дозала яйлап ҡына бирергә мөмкин. Шулай уҡ туҡтаған йөрәкте ҡабыҙып ебәреү өсөн дефибриляторҙар, пациенттарҙы алып йөрөү уңайлы булһын өсөн пневмомендәрҙәр бар.
Санитар авицация бер йылда ғына мең ярым саҡырыу буйынса сыға. Тотош Башҡортостан буйынса. Рекордлы күрһәткес-табиптарға бер көндә 11 урынға барырға тура килгән. Йәғни санитар авиация ашығыс медицина ярҙамы күрһәтеп меңдән ашыу баланың ғүмерен ҡотҡарып ҡалған.
Кеше ғүмере тураһында һүҙ барғанда һәр минут ҡәҙерле. Пациенттарҙы ваҡытында дауаханаға килтереп еткереү, дауахананы ҡатмарлы операциялар үткәрерлек итеп йыһазландырыу, федераль үҙәктәр менән бәйләнештә эшләү. Әммә уңыш сере шарттарҙа ғына түгел, дауахананан һауығып сыҡҡан һәр бала артында үҙ һөнәрен яратҡан табиптарҙың хеҙмәте ята. Республика балалар клиник дауаханаһының төп байлығы ла аҡ халатлылар.
Рәмзиә Кәримова



