Биксура туғайындағы байрам йәш быуындың йәйге ялын файҙалы һәм күңелле итеү маҡсаты менән ойошторолдо.
Күркәм сара урындағы етәкселек башланғысы менән уҙҙы. Сөнки балаларҙы яҡлау көнөндә бар ғаиләләрҙең дә ҡалаға барыу мөмкинлеге юҡ. Шуға ла амангилделәр йәйҙең тәүге көнөндә йәш быуын өсөн байрам уҙғарырға булған. Ойоштороусылар билдәләүенсә, шатлыҡ-ҡыуаныстарға тулы бала саҡ күңелдәрҙә бай тәҫораттар ҡалдырырға тейеш. Ә инде йәш быуынды бәхетле итеү - һәр ғаиләнең, йәмғиәттең һәм дәүләттең бурысы.
Сарала ҡатнашыусы йәш быуын төрлө уйындарҙа, спорт ярыштарында ҡатнашты. Һәр бала приздар менән бүләкләнде. Йәмле тәбиғәт ҡосағында балалар рәхәтләнеп күңел асты. Был көндө ҡояш та нурҙарын йәлләмәне, бар йылыһын балаларға өләште. Шулай уҡ Биксура туғайы һәүәҫкәр йырсыларҙың моңло йырҙарынан, бейеүҙәренән яңғырап торҙо. Байрамға ата-әсәләр ҙә саҡырылды. Өлкәндәр үҙҙәрен бала сағына ҡайтып урағандай хис итте.






