Башҡортостан мосолмандары Диниә назараты мөфтөйө Айнур Бирғәлин социаль селтәрҙәрҙә белдереүенсә, тағы ла йөк тейәлгән 6 машина юлға сыҡҡан. Мәрмәр “Әр-Рәхим”дең манараһын биҙәйәсәк. Мәсет 2006 йылда төҙөлә башлай. Эштәр өҙөклөктәр менән алып барыла, 2016 йылда төҙөлөш бөтөнләй туҡтатыла. Республика Башлығы “Әр-Рәхим”де төҙөүҙе тергеҙеү буйынса кәңәшмә үткәрҙе, белгестәргә объектты тикшереп, уның торошон баһаларға ҡушты. Ураҙа байрамында Радий Хәбиров "Әр-Рәхим" мәсетендә тикшеренеү һәм юридик эштәр тамамланды, проект документтары тулыһынса экспертиза үтте, тип белдерҙе.




