Башҡортостандан ете ғаилә “Был беҙҙең ғаиләлә” Рәсәй конкурсы финалына үтте

Өфөлә Волга буйы федераль округы төбәктәре өсөн ярым финал уҙҙы. Унда 377 ғаилә ҡатнашты. Финалға 78 команда сыҡты. Улар араһында беҙҙең республиканан Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан вәкилдәр бар. “Был беҙҙең ғаиләлә” конкурсы Рәсәй Президенты башланғысы менән тормошҡа ашырыла. Еңеүсе ғаиләләр июлдә Мәскәүҙә уҙасаҡ финалға саҡырыла. Иң яҡшы 30 командаға торлаҡ шарттарын яҡшыртыу өсөн 5 миллион һумлыҡ сертификат тапшырыла, шулай уҡ сәйәхәт итеү өсөн сертификаттар бирелә. 2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы исеме аҫтында үтә.

Фото №1 - Башҡортостандан ете ғаилә “Был беҙҙең ғаиләлә”  Рәсәй конкурсы финалына үтте
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ