«Транспорт сәғәте»ндә һыу ресурстарын һаҡлау һәм йылға транспортын үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде

Радий Хәбиров ҡатнашлығында үткән «Транспорт сәғәте»ндә һыу ресурстарын һаҡлау һәм төбәктең йылға транспортын үҫтереү мәсьәләләре күтәрелде. Белгестәр был ике йүнәлештең бер-береһе менән бәйле булыуын, программа саралары эшләгәндә комплекслы ҡараш талап ителеүен билдәләне.

Суднолар йөрөгән төп йылғаларҙың һыу кимәлен арттырыу бурысы ҡуйылған. Ошоға бәйле йылға үҙәндәрен таҙартырға һәм уларҙың һайығыуына юл ҡуймаҫҡа кәрәк. Антропоген факторҙарҙың кире йоғонтоһо ла бар. Йылға үҙәндәрендә ҡом-ҡырсынташ ҡатнашмаһы сығарыу һәм сәнәғәт предприетиялары тарафынан һыу ресурстарын файҙаланыуҙы оптималләштереү талап ителә.

Бынан тыш, эксперттар йылғаларҙа бер нисә инженер объекты - быуа һәм һыуһаҡлағыстарҙы тотоп тороусы каскадтар төҙөү мөһимлеге тураһында фекер алыша. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Республика Хөкүмәтенә белгестәрҙең баһаһына анализ яһап, бер ай эсендә төбәктең һыу балансын һаҡлау буйынса һөҙөмтәле саралар буйынса тәҡдимдәр индерергә ҡушты. Кәңәшмәлә шулай уҡ баш ҡала акваторияһында судноларҙы үҫтереү мәсьәләһе лә ҡаралды.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ