Өфө районы полиция хеҙмәткәрҙәре үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай

Авария уҙған төндә Жуков ауылында теркәлә. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, 14-се модель «ВАЗ» автомобиле водителе юлдан төшөп китә һәм артабан ҡоймаға бәрелә. Хәрәкәт ваҡытында капотта уның 27 йәшлек иптәше була, ул алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат була. Тикшереү барышында водителдең эскән булыуы асыҡлана. Әле ул полиция бүлегендә, енәйәт эше ҡуҙғатыу тураһында мәсьәлә хәл ителә. Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, авария ҡорбаны иҫерек дуҫын туҡтатырға маташҡан була.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ