Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында Юрий Шатуновтың иҫтәлегенә арналған сара үтте

Халыҡ хәтерендә. Ейәнсура районы Иҫәнғол ауылында Юрий Шатуновтың иҫтәлегенә арналған сара үтте. Музыканттың ижадын хөрмәт итеүселәр 90-cы йылдарҙың легендар хиттарына автоуҙышта ҡатнашты. Шулай уҡ үҙәк майҙанда «Аҡ раузалар фәрештәһе» аллеяһы ултыртылды. Сәскәләр янында иҫтәлекле билдә лә ҡуйылды. Сәхнәнән халыҡ артисының билдәле йырҙары яңғыраны. Сәнғәт һөйөүселәр биләмәлә данлыҡлы яҡташыбыҙҙың исемен мәңгеләштерергә лә теләй. Киләсәктә арт-объект ҡуйыу мәсьәләһе ҡарала

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ