Радий Хәбиров социаль селтәрҙә биләмәләрҙә «Аҡыллы ҡала» системаһы элементтарын үҙләштереү буйынса эшмәкәрлектең тәүге һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.
2019 йылдан алып «Башҡорт ихаталары» программаһы буйынса йорт алды ихаталарына 2200-ҙән ашыу видеокүҙәтеү камераһы урынлаштырылған. Быйыл планда - тағы ла 700 камера ҡуйыу. Уртаса яңыртылған һәр ихатаға 3 камера тура килә. Шулай уҡ «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» программаһы буйынса 2 меңгә яҡын камера ҡуйылған. Өфөнөң 450 йыллығы алдынан был йүнәлештә баш ҡалаға ҙур иғтибар бүленәсәк, тигән Радий Хәбиров.



