Яңылыҡтарҙа Өфөнөң 450 йыллығына баш ҡаланың почетлы граждандары тураһында видеояҙмалар шәлкеме дауам итә. Уның ҡәләменән моң тама, мәҡәләләре, очерктары хеҙмәт кешеһен данлай, халыҡсан шиғырҙары йөрәккә үтеп инә. 75 йәшлек ижадсы бөгөн дә халыҡ араһында, ил уртаһында ҡайнап йәшәй, илһамланып ижад итә. Башҡортостандың халыҡ шағиры, Рәсәй һәм Башҡортостан яҙыусылар союзы ағзаһы, «Почет билдәһе», «Салауат Юлаев» ордендары кавалеры, Өфөнөң почетлы гражданины Гөлфиә Юнысова хаҡында БЮТ хәбәрсеһе Гүзәл Борханова әҙерләгән яҙма.
Башҡортостандың халыҡ шағиры Гөлфиә Юнысова журналистикалағы ышаныслы аҙымдарҙы Өфөлә Башҡортостан телевидениеһында тура эфирҙа үҫмерҙәр һәм йәштәр тапшырыуҙарынан башланым, тип бөгөн үҙенә ҡәҙерле булған һуҡмаҡтарҙан атлай. Һәр кем ерҙә яҡшы эштәр ҡалдырырға, улар кешеләргә йәшәүгә дәрт һәм өмөт уятырға тейеш тигән фекерҙә, күркәм ижады менән яҡты эҙҙәр ярыусы халыҡ шағиры.
Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙы Өфөгә ярты быуаттан ашыу тырыш хеҙмәтен һалған. Уның 25 йылдан ашыуы республиканың ҡатын-ҡыҙҙар журналы «Башҡортостан ҡыҙы»нда баш мөхәррир вазифаһында үткән. Тап Гөлфиә Юнысова етәкселек иткән йылдарҙан башлап ҡатын-ҡыҙҙар баҫмаһы республика халҡының ғына түгел, өфөлөләрҙең иң яратҡан журналына әүерелә. Бынан тыш, әҙибә «Илһамлы яҙмыштар» тигән публицистик очерктарында иллеләгән Өфө уңғандары булмышын ташҡа баҫтырып мәңгеләштереүгә өлгәшә.
Шағирә өлкән улы Артурҙың эш урынында лә һәр ваҡыт көтөп алынған ҡәҙерле ҡунаҡ. Әсә менән ул осрашһа һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Оло тормош тәжрибәһе туплаған әсә тормошта уның төп кәңәшсеһе һәм күләмле проекттарға рухландырыусыһы ла.
Был стендта Башҡортостанды Рәсәйҙә һәм донъяла танытыуға арналған саралар, форумдар йылъяҙмаһы. Улар һаны тиҙҙән 200-ҙән ашасаҡ ти,республикала туризм йүнәлешен әүҙем үҫтереүсе Артур Иҙелбаев.
Артур Мирас улы :»Милли рух, мәҙәнилек, әҙәп һәм әҡлаҡ нигеҙҙәре миңә әсә һөтө менән гендар аша күскән» тигән фекерҙә. Әрме хеҙмәтенән дә ул табаҡ-табаҡ йылы йөкмәтеле, хисле хаттарын Өфөлә йәшәүсе ата-әсәһенә тыуған телдә яҙған. Артур Иҙелбаев Башҡорт дәүләт университетының тарих факультетын тамамлаған. Шағирә әсәһе булмышы уға әҙәби ижадтың иң ҡатмарлы өлкәһе драматургияға үҙ көсөн һанап ҡарарға этәргес биргән .Артур Иҙелбаев «Һуңғы ғәйнә»спектакле һәм «Командир балалары» китабы авторы. Өфөнө һәм республикабыҙҙы тырыш хеҙмәте менән данлаусы династияны лайыҡлы дауам итеүсе.
Башҡортостанға бағышланған йыр-гимнды Гөлфиә Юнысова һүҙҙәренә,улы композитор Урал Иҙелбаев ижад иткән. Бер ғаиләнән сыҡҡан ике шәхестең берлектә ижад иткән хитҡа әүерелгән өс тиҫтәнән ашыу йыры бар. Ғалим-профессор Мирас Хәмзә улы һәм Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының кинйә улдары үҙ исемен булдырған егәрле, булдыҡлы композитор.Урал Иҙелбаевтың маҡсаты - ер кешеләренә башҡорт моңоноң, милли музыканың бөйөклөгөн танытыу.
Гөлфиә Юнысова - Башҡортостан тарихында бер нисә тапҡыр төрлө кимәлдәге депутат итеп һайланған берҙән-бер журналист-шағирә. Әҫәрҙәре егерме телгә тәржемә ителгән, 40 китап, 500-нән ашыу йыр авторы. 2023 йылдың 30 авгусында уға «Өфөнөң социаль-иҡтисади үҫешенә тос өлөш индергәне өсөн «Өфөнөң почетлы гражданины тигән маҡтаулы исем бирелә, ул ҡаланың 50-се почетлы гражданины.
Уның сағыу образы, үҙенсәлекле ижады йәштәргә лайыҡлы өлгө. Өфөнөң Почетлы граждандары араһында булыу ҙа Гөлфиә Аҙнағол ҡыҙының оло ҡаҙанышы. Халыҡ шағиры «Күрһәтелгән ышанысты аҡлау, тыуған ҡалама, өфөләргә файҙалы булыу өсөн бар көсөмдө һаласаҡмын»,тигән теләктә ҡала.
Гүзәл Борханова






