Мәктәптән балалар хатта йәй көнө лә китергә уйламай. Өфөлә мәктәп лагерҙары асылды. Уларҙың береһе 35-се белем биреү үҙәге базаһында 20 йылдан ашыу эшләй. Беренсе сменала 210 бала, шул иҫәптән аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙең һәм хәрби хеҙмәткәрҙәрҙең балалары ял итә. Программа 21 көнгә иҫәпләнгән.
Мәктәп лагеры иртәнге зарядканан башлана. Вожатыйҙар башланғыс кластар уҡытыусылары әҙерләгән «Рәсәй бөркөттәре» проекты программаһы буйынса эшләй. Ул йәш быуындың физик һәм эмоциональ һаулығы тураһында хәстәрлек күреүҙе күҙ уңында тота. Рухи үҫешкә лә етди иғтибар бирелә. Смена дауамында уҡыусылар өсөн мауыҡтырғыс экскурсиялар, оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар һәм саф һауала төрлө уйындар ойошторола. Быйыл йәй республикала 1 мең 770 балалар лагеры асылған. Ата-әсәләргә юлламаны 70 процент ташлама менән һатып алырға мөмкин. Сертификат алыу өсөн төп шарт - бала уҡыған лагерь һәм мәктәп республика биләмәһендә урынлашырға тейеш.



