Яҡташтарыбыҙ һуңғы турҙа «Краснодар-2» командаһын 4:0 иҫәбе менән ҡыйратты. Роман Пасевич хужалар ҡапҡаһына өс туп индереүгә өлгәште. Шулай итеп Евгений Харлачев тәрбиәләнеүселәре 32 мәрәй йыйып турнир таблицаһының беренсе баҫҡысын биләне. Чемпионат тамамланыуға тағы ла бер тур ҡалды.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, май аҙағында Рәсәй футбол союзы «Өфө» клубына Беренсе лигала сығыш яһау өсөн лицензия биреүҙән баш тартты. Сөнки ҡайһы бер документтар теүәл булмай сыҡты. Һәм бөгөн билдәле булыуынса, баш ҡала командаһы 2024-25 йылдар миҙгелендә Беренсе лигала сығыш яһасаяҡ. РФС-тың лицензиялау буйынса комитеты эксперттары ошо турала ҡарар ҡабул итте.



