Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн 127-се гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты

Гуманитар конвойҙар составында 50-нән ашыу рейс яһаған водителдәрҙе Шайморатов миҙалы менән бүләкләнәсәк. Башҡортостан башлығы ошондай тәҡдим менән сығыш яһаны.

Бөгөн Радий Хәбиров махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы яҡташтарыбыҙ өсөн 127-се гуманитар ылауҙы оҙатыуҙа ҡатнашты. Колонна составында 19 йөк машинаһы. Башҡортостан башлығы гуманитар йөктәрҙе оҙатып йөрөүсе водителдәр һәм ҡотҡарыусылар менән аралашты. Радий Хәбиров шулай уҡ йәш спортсылар - 11 йәшлек Рәшит һәм 9 йәшлек Рамаҙан Ғабдулхакимовтар һәм уларҙың ата-әсәһе менән осрашты. Иглин ауылынан көрәш үҙәге тәрбиәләнеүселәре үҙҙәренең приздарына яугирҙарыбыҙ өсөн тактик юрғандар һатып алған. «Ысын ватан һаҡсылары үҫә, рәхмәт һеҙгә, балалар» - тине төбәк башлығы.

Хәрби хеҙмәткәрҙәр өсөн адреслы ярҙам йыйыуҙы республиканың тиҫтәнән ашыу төбәге, шулай уҡ йәмәғәт ойошмалары һәм битараф булмаған граждандар ойошторған. Йөк составына 24 автомобиль, ағас материалдары, квадрокоптер, маскировка селтәрҙәре, аҙыҡ-түлек, медикаменттар, туғандарынан посылкалар һәм башҡа кәрәк-яраҡтар.

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ