Көрәш һарайы 80 процентҡа әҙер

Әле объектта биҙәү һәм тирә-йүнде тәртипкә килтереү эштәре ҡалған. Бөгөн төҙөлөш барышы менән Федерация советының комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Сергей Перминов танышты. Тулыраҡ Айнур Кәбиров репортажында.

Көпләү, биҙәү, һылау һәм тигеҙләү. Эштең ауыры артта ҡалды, ти төҙөүселәр. Хәҙер инде буласаҡ көрәш һарайын тулы рәүешендә күрергә мөмкин.

Финиш һыҙығына сыҡтыҡ та инде. Эш 80 процентҡа теүәлләнгән. Әле башлыса тирә- яҡты төҙөкләндереүгә тотондоҡ. Бер юлы эстә лә биҙәкләү эштәре бара.

Михаил Ивасев, төҙөлөш буйынса директор

Колонналарҙа торған мөһабәт бина Өфөнөң биҙәге буласағына шик юҡ. Көрәш һарайы тирәләй башҡа биналар ҙа төҙөкләндерелә, скверҙар, ял урындары барлыҡҡа килә.

Бындай бина тотош илдә һирәк күренеш. Көрәш һарайы үҙ эсенә бер нисә спорт майҙансығын һыйҙыра. Уның масштабы ысынлап та, хайран ҡалырлыҡ, ти килгән ҡунаҡтар ҙа.

Спортсылар өсөн ҡунаҡхана, бассейндар, ашхана. Көрәш һарайы халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар уҙғарыу өсөн төҙөлә. Көрәш төрҙәре өсөн генә лә һигеҙ майҙан ҡаралған.

Һигеҙ спорт залында 18 көрәш келәме буласаҡ. Үҙ сиратында тренерҙарға ла мохтажлыҡ була. Бер юлы 25 спорт белгесе талап ителәсәк. Тәү маҡсат көрәш һарайын балалар менән тултырыу һәм чемпиондар тәрбиәләү.

Руслан Хәбибов, Башҡортостандың Спорт министры

Төҙөлөш республика етәкселеге ҡуйған планға ярашлы бара. Тәүге спортсыларын ул Өфөнөң 450 йыллығын билдәләгән көндә- 31 августа ҡабул итәсәк.

Айнур Кәбиров

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ