Бөгөн Оло Тәләк фажиғәһе ҡорбандарын иҫкә алыу көнө. 35 йыл элек Әшә - Оло Тәләк тимер юлы араһында газ шартлауы һөҙөмтәһендә «Новосибирск-Адлер» һәм «Адлер-Новосибирск» пассажирҙар поездары һәләкәткә тарый . Ҡот осҡос фажиғәлә 575 кеше, шул иҫәптән 181 бала һәләк була, 600-ҙән ашыу кеше йәрәхәтләнә.
Иртәнге сәғәттә Иглин районындағы участкала «Хәтер поезы» туҡтаны. Омск һәм Силәбелә ойошторолған өс вагонлы состав һәләк булғандарҙың туғандарын һәләкәт урынына алып килде. Матәм митингына Башҡортостан да бик күп кеше йыйылды. 1992 йылда был урында республика ярҙамы менән хәтер мемориалы төҙөлә. Таш плитәгә ҡорбандарҙың исем-шәрифтәре уйып яҙыла. Сарала ҡатнашыусылар һәләк булғандарҙы хөрмәтләп иҫкә алды, ҡорбандар рухына бер минут тынлыҡ иғлан ителде.
Фажиғә урынына тәүгеләрҙән булып Өфөнөң Шаҡша биҫтәһенән ҡарауыл етәксеһе Фәйез Шәймәрҙәнов етәкселегендәге 35-се янғын һүндереү часы хеҙмәткәрҙәре килә. Улар тиҙ арала ут ялмап алған вагондарҙы һүндереүгә тотона. Ә был ваҡытта яҡын тирәләге дауаханаларҙа урындар бушатыла. Өфөгә ауыр хәлдәгеләр вертолет менән ташыла. Иртәнге сәғәт 11-гә зыян күреүселәрҙең барыһы ла ҡала дауаханаларына килтерелә.






