Был турала социаль селтәрҙәрҙә Республика Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев хәбәр итә. “Уҡыусыларҙың тырышлығы, уҡытыусыларҙың хеҙмәте менән ошондай һөҙөмтәгә ирешеп була. Быйыл 2423 уҡыусы химия фәненән һынау тотто, шуларҙың 630-ы 81 һәм унан күберәк балл йыйҙы. Республика башлығы башланғысы буйынса 100 балға тапшырған уҡыусыларҙы әҙерләгән уҡытыусыларға 50 мең һум күләмендә премия тапшырыла. Максималь бал йыйған уҡыусыларға юғары уҡыу йорттарына уҡырға ингәс 150 мең һум аҡса бирелә. Юғары һөҙөмтәгә ирешкән егет һәм ҡыҙҙарҙы һәм уларҙың уҡытыусыларын ҡотлайбыҙ. Беҙҙең уҡыусылар менән ғорурланабыҙ”, тип яҙған Урал Килсенбаев. Берҙәм дәүләт имтихандары дауам итә. 7 июндә сығарылыш уҡыусылары сит телдәр һәм информатика буйынса һынау тота.




