Июндә республика халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә

Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 12 июнь – Рәсәй көнө быйыл шаршамбыға тура килә. Ул ял көнө иҫәпләнә. 11 июндә эш көнө бер сәғәткә ҡыҫҡараҡ була. Мосолмандар өсөн изге байрам – Ҡорбан-ғәйете 16 июндә билдәләнә. Ул йәкшәмбегә тура килә. Хеҙмәт ҡануниәтенә ярашлы, ул киләһе көнгә күсерелә. Шуға 17 июнь, дүшәмбе, ял була.

Фото №1 - Июндә республика халҡын ике ҡыҫҡа эш аҙнаһы көтә
Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ