Башҡортостанда балаларҙың йәйге каникулы башланды. Был ваҡытта республикала бәлиғ булмағандар өсөн комендант сәғәте ғәмәлдә. Уға ярашлы, төнөн балалар урамда һәм йәмәғәт урындарында ҡарауһыҙ булырға тейеш түгел. Төнгө ваҡыт киске 11-ҙән иртәнге 6-ға тиклем билдәләнгән. 17 йәше тулмаған кешене полиция туҡтатһа, ата-әсәләре яуапҡа тарттырыла, административ протокол төҙөлә.







