Ылымыҡ һәм цианобактерияларға арналған экспозиция менән Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында танышырға мөмкин. Микроорганизмдар экосистема биләмәләре өсөн мөһим роль уйнай, фундаменталь һәм ғәмәли тикшеренеүҙәрҙә киң ҡулланыла. Бынан тыш, улар арт-объект булараҡ та ҡыҙыҡлы. Микроскоп аша ылымыҡ һәм цианобактерияларҙың төҙөлөшөн өйрәнергә, тере тәбиғәттең матурлығына һоҡланырға мөмкин. Күргәҙмәлә улар үлсәмдәре буйынса 400-1000 тапҡырға ҙурайтып күрһәтелгән. Проекттың тәүмаҡсаты - йәш быуында тәбиғәткә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләп, фәнгә ҡыҙыҡһыныу уятыу.






