«Әр-Рахим» йәмиғ мәсете өсөн грек мәрмәренең Өфөгә тәүге партияһы килтерелде

Конструкция элементтары «Тассос» ятҡылығының тәбиғи ташынан эшләнгән. Был айҙа Грециянан тағы ла республикаға аҡ мәрмәр тейәгән 6 йөк машинаһы килеүе көтөлә. Материалдар тәүҙә иман йорто манараларын төҙөп бөтөүгә, унан һуң тыш яҡтан биҙәкләүгә тотоноласаҡ. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, баш ҡалалағы «Әр-Рахим» йәмиғ мәсетенә 2006 йылда нигеҙ һалына. Төҙөлөш төрлө сәбәптәр арҡаһында ҙур тотҡарлыҡтар менән алып барылды. 2023 йылдың сентябрендә төбәк башлығы эште тергеҙеү мәсьәләһе буйынса кәңәшмә үткәрҙе.

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Акции БСТ
БАШКОРТТАР-БСТ