Республика клиник перинаталь үҙәгенә яңы медицина ҡоролмалары алынған

Республика клиник перинаталь үҙәктә ваҡытынан алда тыуған сабыйҙарҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн яңы медицина ҡоролмалары алынған. Үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты һәм тын алыу ҡоролмаһы ярҙамында табиптар 800 грамм ауырлыҡта донъяға килгән пациентты ҡотҡарған. Етлекмәй тыуған бәпестәрҙе дауалау тураһында киләһе яҙмала.

Кескәй Камелия май аҙағында 2 килограмм 100 грамм ауырлыҡта донъяға килгән. Ваҡытынан алда тыуған сабыйҙың ғүмерен ҡотҡарыу өсөн Республика клиник перинаталь үҙәк табиптары күп көс һалған. Был тәңгәлдә яңы медицина ҡоролмаларының да өлөшө ҙур. Үпкәләрҙе яһалма елләтеү аппараты һәм тын алыу ҡоролмаһы бәпестәрҙе терелтеп ебәрергә ярҙам итә. Әле йәш әсә менән яңы тыуған ҡыҙ патология бүлегендә дауаланып оҙаҡламай өйҙәренә ҡайырға әҙерләнә.

Республика клиник перинаталь үҙәктә етлекмәй тыуған балаларға ғүмер бүләк ителә. Аҡ халатлылар бәпестәрҙе, йылы һәм тыныс урында ҡарап үҫтерә. Инкубаторҙарҙа температура һәм дым кимәле тикшерелеп тора.Табиптар 500 грамм ауырлыҡта тыуған сабыйҙарға тәүге һулыш алырға ярҙам итә. Быйыл хатта 24 -се аҙнала тыуған 400 граммлыҡ бәпес тә ҡотҡарылған.

Республика перинаталь үҙәктә былтыр 10 мең 500 сабый донъяға килгән. Бында Башҡортостандың барлыҡ район-ҡалаларынан ҡатмарлы диагнозлы йөклө ҡатындар ҡабул ителә. Әсә менән бәпес өйҙәренә ҡайтып киткәс тә табиптар менән бәйләнеш өҙөлмәй, улар баланың өс йәше тулып, сабый ныҡлы аяҡҡа баҫып киткәнгә тиклем кескәй пациенттарын күҙәтеп тора.

Флорида Ким

Башбат
Нет наркотикам
Волна
Акции БСТ