Ул үҙ көсөнә генә таянырға ғәҙәтләнгән

Бер ҡасан да яҙмыш ҡуйған ауыр һынауҙар алдында бөгөлөп төшмәгән, һынмаған. Физик мөмкинлеге сикләнһә лә тормошта үҙ урынын, яратҡан шөғөлөн тапҡан геройыбыҙ Гөлсирен Ғәскәрова Ишембай ҡалаһында йәшәй. Киләһе яҙма көслө ихтыярлы ханым хаҡында.

Был ҡупшы башҡорт милли сәхнә күлдәктәрен Гөлсирен Ғәскәрова теккән. Милли нағыштар менән биҙәлгән күлдәктәргә тегенсе күҙ нурҙарын һәм күңел йылыһын һалған. Хәҙерге зманда күлдәктәргә ҡытлыҡ юҡ, әммә Гөлсирендекеләр һәр заказсыға килешле ултыра.

Тегенсеклеккә тотоноуы иһә үҙен был тормошта раҫлау һөҙөмтәһе. Салауат интернат-мәктәбен уңышлы тамамлаған ҡыҙ Өфөлә бухгалтер иҫәбе техникумына уҡырға инә. Махсус урта белем ала. Хеҙмәт юлын Салауат районы үҙәге Малаяҙҙа башлай. Тик юл-транспорт фажиғәһенә эләгеп, ике аяҡһыҙ ҡала. Әммә төшөнкөлккә бирелмәй, әхирәте менән Удмуртияға юллана. Унда тегенсе һөнәрен үҙләштерә.

Октябрьский ҡалаһына ҡайтҡас үҙ яртыһын осрата. Гөлсирен Әхмәт ҡыҙы ғаиләле булып, әсәлек бәхетен дә татый. Ҡыҙҙарын үҫтереп оло тормош юлына сығаралар. Хәләле баҡыйлыҡҡа күскәс, тыуған яғына ҡайтып төпләнә. Яҡташтары йылы ҡаршылай. Оҫта ҡуллы тегенсенең төшөнкөләккә бирелергә һис кенә лә ваҡыты юҡ. Һәүәҫкәр артистарға сәхнә күлдәктәре, ҡашмау, селтәр, түшелдеректәр тегеп ҡыуандыра. Бала саҡтан белгән сигеү эштәренә лә тотонорға форсат таба.

Гөлсирен Ғәскәрова тоғро дуҫтары, үҙен күҙ ҡарашынан аңлаған яҡындары булыуы менән дә бәхетле. Һеңлеһе Динара йөрәгенә уның бар шатлыҡ-ҡыуаныстары, көйөнөс-һағыштары һыя.

Гөлсирен Әхмәт ҡыҙы донъяға матурлыҡ өләшеп йәшәй. "Яҙмышыма зарланмайым, башҡаларҙан кәм-хур булмай тулы тормош менән йәшәйем, тип ғүмер йомғағын тағата геройыбыҙ.

Гүзәл Борханова

Выборы 2026
25 лет БСТ
Башбат
Башбат
Нет наркотикам
Волна
БАШКОРТТАР-БСТ