Республика Башлығы Радий Хәбиров Петербург халыҡ-ара иҡтисад форумында Башҡортостан делегацияһын етәкләй. Мәртәбәле сара ошо көндәрҙә Санкт-Петербургта үтә. Унда 139 илдән вәкилдәр ҡатнаша. Беҙҙең республика стенды ҙур бал ҡорто рәүешендә эшләнгән. Бында алдынғы технологиялар һәм асыштар тәҡдим ителә. Пилотһыҙ осҡостар, газ турбинаһы двигателе, Ка-32 вертолеты һәм яңы троллейбус өлгөләре күрһәтелгән. Форумда килешеүҙәргә ҡул ҡуйыла. Башҡортостан да төрлө йүнәлештәрҙе хеҙмәттәшлекте нығытырға ниәтләй.







