Республика Башлығы ҡарамағындағы комиссия конкурс иғлан итте. Дәүләт премияһы әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге эштәр өсөн тапшырыла. Кандидаттар 15 июлгә тиклем күрһәтелергә тейеш. Быйылдан Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы менән бүләкләү йыл һайын ойошторола. 1 миллион һумлыҡ өс премия бирелә.







